Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Хайбуллинский район Республики Башкортостан

“Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”

12 июня 2021
53
0

“Һаумы уйнап үҫкән Кәзә тауы, әрәмәлек, йәмле Һаҡмарыбыҙ, шау-гөр килеп бесәндә йөрөгән Тимербайыбыҙ, Йүкәлеморонобыҙ, Улғыряныбыҙ”-  тип бөгөн  тамырҙары менән ошо ергә бәйле булғандар Һаҡмар-Наҙарғол ауылына йыйылды. “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы төрлө тарафтарға таралышҡан, тыуған яғын һағынған бүреләрҙе бергә тупланы. Рәсми атамаһы Һаҡмар-Наҙарғол булһа ла,  халыҡ телендә Бүре тигән исеме лә бар ауылдың. Ойоштороусылар ҡунаҡтарҙы ауылға ингән ерҙә ҡаршы алдылар һәм тырыш хужабикәләр әҙерләгән өҫтәлдәге һыйҙарҙы ауыҙ итеп, улар ойошторған күргәҙмәләргә һоҡланып урам буйлап үттеләр.                      Тәбиғәт ҡосағында дауам иткән байрамдың тантаналы өлөшөндә ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Таһир Юнысов  байрам менән тәбрикләп, ауылдың абруйлы вәкилдәрен, төрлө номинациялар буйынса еңеүселәрҙе ҡотланы, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Сара барышында билдәләнеп үтеүенсә, бында  элек-электән  эшһөйәр, бар яҡлап та талантлы кешеләр йәшәй. Бәрәкәтле ерҙән данлыҡлы, илебеҙгә билдәле шәхестәр сыҡҡан.  Ғаиләләрҙе, туғандарҙы берләштергән  байрамдың уҙғарылыуы бик мәртәбәле күренеш. Киләсәктә лә тыуған тупраҡты онотмай, атай нигеҙенә тоғро  ҡалып, был осрашыу мәлдәре күңелдәргә  дәрт-дарман өҫтәр, йөрәктәрҙә  онотолмаҫ яҡты хәтирә булып уйылып ҡалыр, тигән ышаныс белдерҙе ойоштороусылар. Сара  матур коцерт номерҙары, ауылдаштарҙың сығыштары, төрлө спорт ярыштары менән үрелеп барҙы. Хәтирәләр менән бүлешеүҙәр тирмәләрҙә әҙерләнгән табын артында ла дауам итте.

 

  • “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”
  • “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”
  • “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”