Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Хайбуллинский район Республики Башкортостан

"Теле барҙың - иле бар"

24 апреля 2021
6
0

Быйыл да  хәйбуллалар  “БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘН ХАЛЫҠ-АРА ДИКТАНТ” акцияһында  әүҙем ҡатнашты.  Бер нисә йыл рәттән ойошторолған сараға теләгҽ булған һәр кем ҡушыла алды. Быйыл диктант  өс  вариантта -  башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр, башҡорт телендә иркен аралашыусылар  һәм  башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн әҙерләнде.  Билдәле булыуынса, диктантты  онлайн-форматта, «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы», «Интернет» селтәре һәм  мобиль ҡушымта аша яҙып булды. Уҡыусылар һәм педагогтар өсөн  белем биреү усаҡтарында  махсус майҙансыҡтар ойошторолһа,  халыҡ иһә диктантты ауыл китапханалары нигеҙендә әҙерләнгән егерме биш майҙансыҡта йәки онлайн форматта яҙа  алды. Ойоштороусылар әйтеүенсә, үҙ телебеҙҙә диктант яҙыу - башҡорт теленән белемдәребеҙҙе тикшереү генә түгел, ә туған телебеҙҙе һаҡлау, яҡлау, уның мәртәбәһен күтәреү өсөн үткәрелгән акцияларҙың береһе булып тора.   Киләсәктә лә туған телебеҙҙе үҫтереүгә, илебеҙҙе, милләтебеҙҙе һаҡлап алып ҡалыуға йүнәлтелгән ошондай сараларҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ!